Статья на тему: " Беҙ үҙебеҙ башҡорттар..."

Статья на тему: " Беҙ үҙебеҙ  башҡорттар..."


    Быны, моғайын да, фажиғә тип атап булалыр.Халҡыбыҙҙың, ысынлап та иң драматик яҙмышылыр был. Дөрөҫ, яуҙар, баш күтәреүҙәр арҡаһында ҡаты язалар кисергән милләттең яҙмышы бер саҡта ла бик еңел булмаған да ул, әммә быныһы...
   Билдәле булыуынса, башҡорттар боронғо замандарҙан бирле тарих аренаһында үҙ урынын биләп килә.Ерҙәре иркен була  башҡортоң, башлыса, малсылыҡ менән донъя көткән, кәсеп итеп көн күргән халҡыбыҙ өсөн ерҙәр иркенлеге ғәжәп хәл  түгел, ер ябып юшаған аттар, һыйыр, һарыҡ, кәзә малы өсөн көтөүлектәрҙең иркен булыуы зарур.Шуныһы ла ҡыҙыҡ, әйләнеп сыҡҡыһыҙ майҙанды биләгән башҡорттар ҡайһы саҡ бер-береһенең телен дә аңлап бөтмәй, әммә төрки сығышлы, төрки телендә аралашыусы ырыуҙар үҙҙәренең бер халыҡ икәнлеген яҡшы аңлай.
   ХҮ11 быуатта ғына әле башҡорттар төнъяҡтан Исәт йылғаһы, көньяҡтан Яйыҡ, көнсығыштан Тубыл, көньяҡ-көнбайыштан  Кәмәлек, Кәрәлек, Сәҙе, Сәмәрә, көнбайыштан Камаға ҡойған Ыҡ йылғалары сиктәрендә көн күрә.Тарихи сығанаҡтарҙа “Башҡорт иле” тигән атама менән йөрөтөлә ул, ә бөгөн иһә был иркен майҙан “Тарихи Башҡортостан” тип атала.
   Тора-бара бүтән этник группа вәкилдәренең күсенселеге арҡаһында территориялар наҡыҫая.Шулай ҙа, төрки халыҡтарҙың тел группаһына ҡараған башҡорт милләте үҙенең боронғо телен, йола-ғәҙәттәрен, рухи ҡиблаһын һаҡлап ҡала.
   Киң майҙандарҙы биләп йәшәгән башҡорттар, әлбиттә, бер-береһенән һөйләштәре менән ярайһы ныҡ айырыла.Ырыу-ырыу общиналарҙа йәшәүсе милләтәштәребеҙҙең диалекттары ла күп һанлы.Билдәле диалекологтар Таһир Баишев ( ғалим, күренеле диалектолог, лексиколог. 1886 йылда Өфө губернаһының Златоуст өйәҙендә тыуған),  Нәжибә Мәҡсүтова, Сәриә Миржановаларҙың хеҙмәттәрендә  башҡорт диалекттарының үҙенсәлегенә ентекле анализ бирелде.Сәриә Миржанованың “Северо-западный диалект башкирского языка” исемле хеҙмәтендә ғәйнә һөйләшенең өлгөләре килтерелә:
            Тире иләү.Тирене ачыга салалар. Ачыны арыш ондан ясайлар. Шуңа тирене салып ҡуялар.Житешә башлағас  жөнөн тартып ҡарайлар.Жөнө төшә башласа жуыбеләләр, киптерәләр.Күнгә былса жөнөн сыҙыралар.Шуннан жуасың да тал ҡабығына саласың. Тал ҡабығыны иң элек ҡайнатасың. Шунда салып күнгә житкермәк кәрәк. Ике атна йата.Сыйырдан олтан йасыйлар, үгезнеке күн зәәр была...” (Пермь өлкәһе, Барҙы ауылы башҡорто Хужа Хәсәновтан 1975 йылда яҙып алынған.
    Әлеге көндә, ишетеүемсә, Башҡортостан ғалимы Искәндәр Сәйетбатталов ғәйнәләрҙең телен тергеҙеү эше менән була буғай. Шәп булыр ине. Был үҙенсәлекле башҡорт теле юғалып бөтһә, ә уның татар теле йоғонтоһонда юҡҡа сығыуы бик мөмкин, ҙур хилафлыҡ булыр ине. Был телдә матбуғат булдырыу, әҙәбиәт яҙыу ҙа  халҡыбыҙҙың лексикологияһын байытыр ине.
   ...Бөгөн иһә, бик тарайған сиктәргә ҡыҫырыҡланған башҡорт халҡы, дәүләт ойоштороусы милләт булараҡ,Рәсәй Федерацияһында “Башҡортостан республикаһы” тигән исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә.Әнғәм Атнабаев, белемһеҙлеге арҡаһындалыр инде (9 класс ҡына белемле ине), Бүтән милләттәр ҙә күпләп йәшәгән республика ни өсөндөр Башҡортостан тип атала икән, тигән мәғәнәһеҙ һүҙ ысҡындырып та маташты, ә  Ф.Д. Нефедов (1816 – 1902) мәғлүмәтле, тарихты яҡшы белгән яҙыусы булараҡ, икенсе фекер яҙып ҡылдырғайны: “Обширный край, в область которого вошли нынешние губернии Оренбургского, Уфимского, половина Самарской и два уезда губерний Вятской, Пермской (Пермь өләһендә генә лә 5 өйәҙ –Т.Ғ. ) назывался – да и теперь называется- по имени народа, обитавшего здесь уже с давних времен: народ этот башкиры”.*
   Сталиндың ерҙәрҙе бүлгесләү сәйәсәте арҡаһында, ХХ быуаттың тәүге яртыһында бик күп башҡорттар, үкенескә ҡаршы, Башҡорт Автономиялы республикаһынан ситтә ҡала. Ырымбур, Силәбе, Һарытау, Һамар, Пермь өлкәләрендә үҙҙәренең “Тарихи Башҡортостаны” территорияһы сиктәрендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, рухи-мәҙәни талаптарын ҡәнәғәтләндереү форсатынан айырыла. Дөрөҫ, халҡыбыҙҙың генетик хәтере юғалырҙан түгел дә, әммә мәктәптәрҙә уҡытыу сит телдәрҙә, күп осраҡта татар күсеү сәбәпле,   милләттәштәребеҙҙең үҙаңына ят йолалар, сит тел йоғонто яһамай ҡалмай.
* Нефедов Ф.Д. Салават, башкирский батыр.
   Арҙаҡлы тарихсы ғалимыбыҙ Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровтың “История сел и деревень Башкортостана и сопредельных  территорий” тигән баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтендә, мәҫәлән, Пермь өлкәһендә  бөгөн дә ғүмер иткән башҡорттарҙың ауыл исемдәре атап кителә, ул   ғына ла түгел, шул ауыл кешеләренең исемдәре телгә алына. (Телгә алынған китап. 580 – 604 б.б.) Ғалим 1834 йылғы Ү111 рәүиз материалдарына таяна: Йылансы, Уймүж, Федорков, Тонтортамаҡ, Иҫкәр, Ҡануҡ, Күҙемйәр, Аҡбаш, Сыуаш, Ишем, Салҡау, Барҙы, Яңы Бисура, Барҙыбаш, Мостовой, Березник. Яңы Бисура, Ҡаҙмаҡты, Ҡыҙыляр.Етмәһә, ошо  ауыл кешеләренең ХҮ111 рәүиз теркәгән исемлеге бар икәнен әйткәйнем инде.
    1989 йылдағы Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыуҙа Пермь өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың һаны 52306 тип иҫәпләнә.
... “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире булып эшләгән осорҙа, мин йыш ҡына Илеш районына барып йөрөнөм, әлеге аҙаплы журналға яҙылыуҙы ойоштороу маҡсаты менән дә, унан килеп, дуҫым, иртә донъя ҡуйған шағир Ринат Хәйретдиновтың ҡатыны Айһылыу ҙа күңелемә яҡын шәхес булды, ауылдар буйлап осрашыуҙар үткәреүҙә күп ярҙам итте.Ринаттың тыуған ауылы Үрмәттә шағирҙы иҫкә алыу   сараларында ла ҡатнаштым.Үрмәт – башҡорт ауылы. Мине халыҡтың күбеһе татар теллегә әүерелеүе, йыр-моңдары татарса булыуы бик ғәжәпләндерә ине. Ринат Хәйриҙең класташы уҡытыусы Хәлисә башҡорт икәндәрен яҡшы белә ине лә, уның да теле татарса ине шул.
   Илеш районының Иҫке Дөмәй  ауылының арҙаҡлы ауыл хужалығы белгесе, Башҡортостандың аграр университеты уҡытыусыһы, ғалим Хажеғәле Яппаров Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Беҙҙең шәжәрә. Йылан ырыуы башҡорттарының тарихы” исемле китап нәшер итте.Был халыҡ иҫәбен алыу материалдарына таянып, ентекле өйрәнелеп яҙылған хеҙмәт дөмәйҙәрҙең күҙен асҡандыр, тиһегеҙме. Нисек тә шулай булмаған! Һаман да Ҡаҙан яғына ҡарап күҙе тона илештәрҙең! Шул уҡ райондың Шәммәт ауылын ғына алайыҡ. Яңыраҡ ҡына донъя ҡуйған Татарстандың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре  Роберт Миңнуллиндың  нәҫел шәжәрәһен “Ағиҙел” журналы 1998 йылда баҫтырып сығарҙы. Башҡортостандың дәүләт архивы уны Татарстан хөкүмәтенең заказы буйынса төҙөгәйне. Миңнуллиндың атаһы яҡлап та, әсәһе яҡлап та ун быуынында бер генә татар ҙа юҡ. Ә үҙе Ҡаҙанда татар теле өсөн борсолоусы, уны әүҙем яҡлаусы депутат булып танылды. (Башҡортостанда башҡорт телен ҡурсалаусы бер генә лә татар зыяллыһын күргән юҡ әле). Сәйер милләт булып сығабыҙ түгелме беҙ, башҡорттар? Бөтәбеҙ ҙә тимәйем,илем, телем, тип ғүмер итеүсе шәхестәребеҙ ҙә күп беҙҙең. Ҡайһы берәүҙәрҙе әйтәм. Был туҙға яҙмаған аумаҡайлыҡ мине, мәҫәлән, бик ғәрләндерә.
   Әйткәндәй, Ҡыпсаҡ ауылы клубында әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуым хәтеремдә. Артымдан уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзына ялыу килеп төшә: “Тамара Ғәниева Ҡыпсаҡта милләтсе булып сығыш яһаны”.Илеш районы Башлығының ул саҡтағы урынбаҫары ялыу итә быны.Ә ул үҙе милли аңын юғалтҡан башҡорт ине.
   Йомғаҡлап шуны әйткем килә: Әнүәр Әсфәндиәровтың телгә алынған китабы ( китапты яңынан нәшер итеү талабы көн кеүек асыҡ) Башҡортостан ауылдары мәктәптәренең директорҙарының өҫтәлендә ятһын ине.Әгәр беҙ балаларыбыҙҙың  тарихи, генетик хәтерен йәштән үк уятмаһаҡ, 40-50 йылдан һуң милләтебеҙҙе көрсөккә терәтәсәкбеҙ һәм был мәктәп уҡытыусыларының намыҫында буласаҡ. Ата-әсәләргә ышаныс аҙ, бөгөн ата-әсәләр донъя мәшәҡәттәренән арына алмай көн күрә.
   Минең был күрәҙәләүҙәрем тормошҡа ашмаҫ, тип инанайыҡ.Иншаллаһ!

                                                       



Курсовая работа на тему: "Привилегированные виды убийств"

Курсовая работа на тему: "Привилегированные виды убийств" ВАЖНО!!!  Данная курсовая работа носит информационный характер! Если те...